3 Дауыт менән кешеләре ҡалаға килеп ингәс, уның көл-күмергә ҡалғанын, ҡатындарының, улдары менән ҡыҙҙарының әсирлеккә алынғанын белде.
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
Раббы яратҡан бәндәһен тәрбиәләй, ҡабул иткән балаһына яза бирә», – тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ.
Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.
Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.
бөтә ҡатын-ҡыҙҙы һәм олоһон-кесеһен айырмайынса бар халыҡты әсирлеккә төшөргәндәр – бер кемде лә үлтермәгәндәр, ә үҙҙәре менән ҡыуып алып киткәндәр.
Быны күреп, Дауыт менән кешеләре ҡысҡырышып иларға тотондо һәм хәлдән тайғансы йәш түкте.