26 Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.
Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
Шаул һәләк булғандан һуң, ғәмәлектәрҙе еңеп ҡайтҡан Дауыт ике көнгә Сиҡлағта туҡтаны.
Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.
Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.
Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.
Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.
Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.
Ул шулай уҡ дошмандың бөтә ваҡ һәм эре малын да алып китте. Яугирҙәр: «Былары Дауыттың табышы», – тип уларҙы башҡа мал-тыуар алдынан ҡыуып алып ҡайттылар.
Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.