25 Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.
Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.
Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.