Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 30:23 - Изге Яҙма

23 Әммә Дауыт: – Улай ярамай, ағай-эне! – тине. – Раббы беҙгә ошоларҙың барыһын да биргәндән һуң, былай ҡыланырға ярамай. Ул беҙҙе ҡотҡарҙы, беҙгә һөжүм иткән баҫҡынсыларҙы ҡулыбыҙға тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 30:23
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ!


Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.


– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.


– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип башланы һүҙен Стефанус. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харан ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға шөһрәтле Алла күренгән.


Тамағыңа ашап туйғас, һеҙгә бирелгән бәрәкәтле ер өсөн Аллаң Раббыға шөкөр ит.


«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама.


Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.


Йорт хужаһы улар эргәһенә сығып: – Юҡ, туғандар, ундай енәйәт эш ҡылмағыҙ. Ул бит минең ҡунағым, әшәкелек ҡылмағыҙ, – тине. –


Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.


Шул саҡ Дауыт менән бергә барған кешеләрҙең тар күңелле, яуыздары: – Беҙҙең менән бармағас, табышыбыҙҙан уларға бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Һәр береһе үҙенең бисәһе менән балаларын алһын да китһен, – тип һөйләнә башланы.


Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.


Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ