Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 30:20 - Изге Яҙма

20 Ул шулай уҡ дошмандың бөтә ваҡ һәм эре малын да алып китте. Яугирҙәр: «Былары Дауыттың табышы», – тип уларҙы башҡа мал-тыуар алдынан ҡыуып алып ҡайттылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 30:20
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Малсыларҙың сатырҙарын да туҙҙырып, көтөү-көтөү ваҡ малдарын, дөйәләрен ҡыуып алып китәләр һәм Йәрүсәлимгә ҡайталар.


Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


Бына Дауыт, уның артынан эйәрергә хәлдәре бөткәнлектән, Бесор ағымы янында тороп ҡалған ике йөҙ кеше янына килеп етте. Улар Дауытҡа һәм уның янындағы кешеләргә ҡаршы сыҡты. Дауыт улар эргәһенә килеп сәләм бирҙе.


Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ