16 Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар.
Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.
Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең, Уның ҡыуанысын арттырҙың. Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй, Яумал бүлешкәндә шатланғандай, Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
былай тине: – Һеҙ сатырҙарығыҙға ҙур байлыҡ менән ҡайтаһығыҙ: хәҙер һеҙҙең малығыҙ, алтын-көмөшөгөҙ, баҡыр-тимерегеҙ һәм кейемдәрегеҙ күп. Табышығыҙҙы туғандарығыҙ менән бүлешегеҙ.
Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.
Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.
– Мине ул баҫҡынсылар янына алып бара алаһыңмы? – тип һораны Дауыт. – Мине үлтермәҫкә, хужамдың ҡулына бирмәҫкә Алла менән ант итһәң, һине ул баҫҡынсыларға алып барам, – тине егет.