7 Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле.
Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.
– Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны. – Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға.
Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.
Раббы уға тағы өндәште. – Шемуил! Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят.
Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.