Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 3:12 - Изге Яҙма

12 Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 3:12
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк».


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән барлыҡ игелекле вәғәҙәләр ни рәүешле үтәлгән булһа, Раббы Үҙенең бөтә янауҙарын да шул рәүешле үтәйәсәк – шул саҡта һеҙ Аллағыҙ Раббы һеҙгә бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ ителәсәкһегеҙ.


Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте.


Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.


– Исраилдар пелештиҙәрҙән ҡасты, – тине хәбәр килтереүсе. – Халыҡ ныҡ ҡыйралды. Шулай уҡ ике улың – Хофни менән Пинхас үлде. Алланың һандығы тартып алынды.


Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.


– Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ