2 Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине.
Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.
Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине.
йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;
– Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. –