10 Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ.
Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.
Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.
Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.
Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.
Дауыт менән кешеләре, ҡабат пелешти еренә китер өсөн, таң һарыһынан уҡ ҡалҡты. Ә пелештиҙәр Изреғилгә йүнәлде.