9 Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө.
Мин үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла быны эшләһәм, батша барыбер белер ине, ул саҡта инде һин үҙең дә мине яҡламаҫ инең, – тип яуап ҡайтарҙы теге.
Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.
Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.