4 Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты.
Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.
– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.
Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта.
Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр.
Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.
Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,
Пелешти тупламын күргәс, Шаул ҡурҡыуға ҡалды, йөрәге ҡалтырап төштө.
Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды.
Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.