3 Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.
Әгәр ҙә ҡыҙҙың атаһы уны был кешегә бирергә теләмәһә, мәсхәрәләгән ир ҡыҙ өсөн ғиффәтле ҡыҙҙарға тейешле мәһәр аҡсаһын барыбер түләргә тейеш.
Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.
Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.
Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.
Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте.
Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.