І Батшалар 28:16 - Изге Яҙма16 – Раббы һине ташлаған, һиңә дошман булған икән, ни өсөн минән һорайһың? – тине Шемуил. – အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым.