12 Ҡатын, Шемуилды күргәс, ҡысҡырып ебәрҙе. – Нишләп мине алданың? Һин бит Шаул! – тине.
Иртән торһалар – Яҡуп эргәһендә Лиә! – Нишләттең мине? – тине Яҡуп Лаванға. – Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине?
Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны.
Шунан һуң ғына ҡатын: – Һиңә кемде сығарайым? – тип һораны. – Шемуилды сығар, – тине Шаул.
– Ҡурҡма! – тине уға батша. – Нимә күрәһең? – Ер аҫтынан күтәрелгән бер илаһи зат күрәм, – тип яуап бирҙе ҡатын.
Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.