5 – Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа.
былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.
Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.
Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.
Ахиш уға шул көндө үк Сиҡлағ ҡалаһын бирҙе. Шуға күрә Сиҡлағ әлегә тиклем Йәһүҙә батшаларыныҡы булып ҡала.