3 Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.
Янындағы кешеләрҙе лә ғаиләһе-ние менән алып китте Дауыт. Улар Хевронда һәм уның тирәһендәге ҡалаларҙа төпләнделәр.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.
Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.
Дауыт менән кешеләре ҡалаға килеп ингәс, уның көл-күмергә ҡалғанын, ҡатындарының, улдары менән ҡыҙҙарының әсирлеккә алынғанын белде.
Дауыттың ике ҡатыны: Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәлдән Навалдың элекке ҡатыны Авигаил дә әсирлеккә алынғайны.