2 Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды.
Ҡиш улы Шаулдан Сиҡлағҡа килеп йәшенгән Дауытҡа ҡушылып, яу барышында уға ҙур ярҙамы тейгән батырҙар ошонда һанала.
Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде.
Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?
– Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.
Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.
Дауыт алты йөҙ кешеһе менән юлға сыҡты. Бесор ағымына еткәс, яугирҙәренең бер өлөшөн шунда ҡалдырҙы.