Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 27:10 - Изге Яҙма

10 Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 27:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.


Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте.


Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ.


Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары.


Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.


Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте: «Торлағың ныҡ һинең, Ояң ҡаяла ҡоролған.


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен.


Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.


Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.


Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Яғылға, Ҡыни ырыуынан Хәвәрҙең ҡатынына шөкөр. Сатырҙарҙа йәшәгән ҡатындар араһында Ул иң фатихалы булһын.


Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды.


– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым.


Шул саҡ бер сапҡын килеп Шаулға: – Ҡайта һал! Илгә пелештиҙәр һөжүм итте, – тип хәбәр һалды.


Бер генә ирҙе, бер генә ҡатынды ла тере ҡалдырманы, Ғаҫҡа килтермәне Дауыт, сөнки улар: «Дауыт былай эшләне, Дауыт тегеләй эшләне», – тип һөйләрҙәр тип уйланы. Пелешти ерендә йәшәгәндә һәр саҡ шулай эшләне.


Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны.


Рахал, Йерахмеил, ҡыниҙарҙың ҡалаларындағы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ