9 Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?
– Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.
Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.
– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.
Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.
Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон.
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.
Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам: Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам;
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.