6 Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.
Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит,
Шунан мәрхүмә эргәһенән китеп, хиттиҙәргә мөрәжәғәт итте:
Ғаяз ҡырҡ йәшендә хитти Беериҙың ҡыҙы Йеһудиҫ менән хитти Элондың ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнде.
Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең.
Шунда ҡала диуарҙарынан уҡ ата башланылар, батша ҡолдарының ҡайһы берәүҙәре һәләк булды. Ҡолоң хитти Урияһ та үлеп ҡалды.
Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе.
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте.
Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар.
Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.
Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.
Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам;
хитти Урияһ – йәмғеһе утыҙ ете кеше.
Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,
– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –
Дауыт менән Авишай төндә ғәскәргә килде. Бына Шаул тупламда йоҡлап ята. Һөңгөһө баш осонда ергә ҡаҙап ҡуйылған. Авнер менән яугирҙәре уны уратып ятҡан.