4 күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Шаул Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында, юл буйында туплам ҡорҙо. Сүлдә йөрөгән Дауыт, Шаулдың үҙе артынан төшкәнен аңлап,
Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.