25 – Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.
Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.
Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.
Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.
Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште.
Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең.
Кеше дошманын тапҡас, уны хәйерле юлға оҙатырмы? Бөгөн миңә эшләгәнең өсөн, Раббы һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарыр.
Инде минән һуң тоҡомомдоң тамырын ҡоротмаҫҡа, атам йортонан исемемде юймаҫҡа Раббы исеме менән ант ит.