Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 26:16 - Изге Яҙма

16 Яҡшы түгел был ҡылығың. Тере Раббы шаһит: хакимығыҙҙы, Раббының мәсихен, һаҡламаған өсөн үлемгә лайыҡһығыҙ. Ана ҡара әле, батшаның баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауыт ҡайҙа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 26:16
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға: – Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ!


Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.


Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Эй һеҙ, Уның фәрештәләре, Уның һүҙҙәрен тыңлаған, Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре!


Күләгәһе тауҙарҙы ҡапланы, Ботаҡтары – ғорур кедрҙарҙы.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.


Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.


Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.


Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.


– Һин ир түгелме ни? Исраилда һиндәй тағы ла кем бар? Ни өсөн хакимың батшаны ҡарамайһың? – тине Дауыт. – Әле берәү тупламға уны үлтерергә инде.


Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ