13 Дауыт ҡаршы яҡҡа сыҡты ла тауҙың башына менеп баҫты. Аралары алыҫ ҡына ине.
Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер!
Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
Шунан Дауыт Шаулдың баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алды ла, киттеләр. Уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Бер кем дә уянманы, бөтөнөһө йоҡланы, сөнки Раббы уларға тәрән йоҡо күндергәйне.
Дауыт яугирҙәргә һәм Нер улы Авнерға: – Эй Авнер, миңә яуап бирмәйһеңме? – тип ҡысҡырҙы. – Һин кем? Нишләп ҡысҡыраһың, батшаны борсойһоң? – тип һораны Авнер.