7 Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы.
Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы.
Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине.
Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.
Шул саҡта аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып ҡалырһығыҙ. Кешеләргә тормош һүҙен тәҡдим итеп, улар араһында күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ. Шул саҡ мин Мәсих килер көндә бушҡа көс һалмағанмын һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған тип ғорурлана алырмын.
Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.
Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.
Дауыт: «Сүлдә саҡта был бәндәнең малдарын бушҡа ғына һаҡлағанмын. Бер нәмәһе лә юғалманы, ә ул яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙе.