42 Авигаил тороп йәһәт кенә йыйынды ла ишәгенә атланды. Үҙе менән биш хеҙмәтсе ҡыҙын алып, Дауыттың илселәренә эйәрҙе. Шулай итеп, Авигаил Дауытҡа тормошҡа сыҡты.
Дауыт шунда китте. Ике ҡатыны: Изреғилдән алған Ахиноғам һәм Кармәл кешеһе Навалдың тол ҡатыны Авигаил да уның менән бергә ине.
Хевронда Дауыттың улдары тыуҙы. Баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан,
икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,
Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.
Дауыттың ике ҡатыны: Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәлдән Навалдың элекке ҡатыны Авигаил дә әсирлеккә алынғайны.