41 Авигаил тороп йөҙтүбән ергә ҡапланды: – Мин ҡолоң хакимымдың хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуырға ла әҙер, – тип яуапланы.
Һыу алып килеп аяҡтарығыҙҙы йыуырҙар, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ.
Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, күндәмлек данға юл аса.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен.
ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.
Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.
Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Хеҙмәтселәре Кармәлгә Авигаилгә килеп: – Дауыт һиңә өйләнергә теләй, беҙҙе һине һоратырға ебәрҙе, – тине.