31 хакимымдың, үҙем өсөн үс алып, юҡҡа ҡан түктем, тип үкенергә йәки выждан ғазабына тарырға сәбәбе булмаясаҡ.
Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә, минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине!
Минең өсөн үс алыусы Аллам, Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,
Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.
Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.
Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».
Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.
Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?
Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,
Аҡылыңа ҡеүәт! Үҙем өсөн үс алып, ҡан түгергә юл ҡуймауың өсөн һиңә рәхмәт төшһөн!
Хеҙмәтселәре Кармәлгә Авигаилгә килеп: – Дауыт һиңә өйләнергә теләй, беҙҙе һине һоратырға ебәрҙе, – тине.
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.