Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 25:26 - Изге Яҙма

26 Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 25:26
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.


Батша Куш кешеһенән: – Авшалом иҫән-аманмы? – тип һораны. – Хакимым батшаның дошмандарының, яуыз ниәт менән һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең яҙмышы ул егеттеке һымаҡ булһын! – тип яуапланы Куш кешеһе.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.


Ахыр сиктә улдарының береһенә: – Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе: – Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы. Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны.


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр.


Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.


ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.


«Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.


– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.


Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.


Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине.


Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.


Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.


Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ