24 Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә.
Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!
– Ҡолоңа тағы бер һүҙ әйтергә рөхсәт ит, хакимым батша, – тине ҡатын. – Әйтеп ҡара, – тип яуапланы батша.
Әммә Теҡоғанан килгән ҡатын былай тине: – Хакимым батша, әйҙә бының өсөн ғәйеп минең һәм атам нәҫеленең башына төшһөн! Батша үҙе лә, уның тәхете лә ғәйепһеҙ ҡалһын! – тине.
Йоав яҡынлашҡас, ҡатын: – Йоав һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуап бирҙе ул. – Мин ҡолоңдо тыңла әле, – тине ҡатын. – Тыңлайым, – тине Йоав.
Ҡатын ергә ҡапланып Ильясиғиндың аяҡтарын ҡосаҡланы, шунан балаһын алып аҫҡа төшөп китте.
Эстер йәнә батшаға мөрәжәғәт итте: уның аяғына йығылып, күҙ йәштәре аша батшанан Агаг нәҫеленән булған Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы ҡорған залим ниәтенә юл ҡуймауын ялбарҙы.
Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.
Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.
Тегеһе уның аяғына йығылып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған.
Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.
Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.