22 Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.
Бына шуның өсөн Яровғамдың ғаиләһенә һәләкәт ебәрәм һәм, ир затынан булғандарҙың иреклеһен дә, ҡолон да юҡ итеп, тиҙәкте яндырған шикелле, Исраилды Яровғам нәҫеленән таҙартам.
Исраил тәхетенә ултырып алыу менән, Зимри Бағшаның бөтә нәҫелен юҡ итте, зат-зәүере һәм дуҫ-иштәренән ир енесендәге бер генә кешене лә ҡалдырманы.
Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм.
Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм.
Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.
– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.
Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.
– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.