21 Дауыт: «Сүлдә саҡта был бәндәнең малдарын бушҡа ғына һаҡлағанмын. Бер нәмәһе лә юғалманы, ә ул яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙе.
Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ?
Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!
Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы, Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы.
Эс-бауырым уттай яна, Тәнемдә сәләмәт урыным юҡ.
Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ.
Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.
Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:
– Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.
Ә ул кешеләр беҙгә ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә булды. Рәнйетмәнеләр, ҡырҙа улар менән йөрөгән сағыбыҙҙа бер нәмәбеҙ ҙә юғалманы.
Авигаил, ишәгенә атланып, тарлауыҡҡа төшә ине, ҡараһа, ҡаршыһына кешеләре менән Дауыт килә.
Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы.