19 Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне.
Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла: – Минән алда китегеҙ, бер көтөү менән икенсе көтөү араһында ара ҡалдырып, һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ, – тине.
Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә –
мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», – тип өҫтәргә ҡушты. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер, тип уйланы.
Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп тупламда ҡунырға ҡалды.
Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй.
Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.
Авигаил, ишәгенә атланып, тарлауыҡҡа төшә ине, ҡараһа, ҡаршыһына кешеләре менән Дауыт килә.
Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.