18 Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.
Дауыт тауҙан төшә генә башлағайны, уның ҡаршыһына Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтсеһе Сива килеп сыҡты. Ул ике ишәккә ике йөҙ көлсә, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, йөҙ бәйләм инжир һәм бер турһыҡ шарап артмаҡлатып алғайны.
Шулай уҡ уларҙың яҡындары ла, хатта Исасхар, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙары ла, ишәктәргә, дөйәләргә, ҡасырҙарға, үгеҙҙәргә тейәп, ризыҡ килтерә: он, киптерелгән инжир, кипкән йөҙөм, шарап, зәйтүн майы; эре һәм ваҡ малды ла күп итеп алып киләләр, сөнки барлыҡ Исраил оло шатлыҡ кисерә.
Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.
Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.
Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр.
Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар.
Ишай бер көндө улы Дауытҡа: – Бер эфа ҡурмас, бынау ун икмәкте ал да тупламға ағайҙарыңа алып барып бир.
Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.
Мине һиңә ҡарата яуызлыҡ эшләүҙән тыйған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит! Әгәр ашығып ҡаршыма сыҡмаһаң, таң һарыһына тиклем Навалдың ир енесенән булған бер генә кешеһен дә ҡалдырмаҫ инем.