16 Ҡуйҙы улар янында көткәндә беҙ төндә лә, көндөҙ ҙә таш диуар артындағы кеүек булдыҡ.
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо.
Мин һине был халыҡ ҡаршыһында Ҡаҡшамаҫ баҡыр диуар итермен. Һиңә ҡабат-ҡабат ташланырҙар, Ләкин һине еңә алмаҫтар. Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Һине ҡотҡарып азат итермен, – тип белдерә Раббы. –
Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».
Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.