14 Навалдың хеҙмәтселәренең береһе уның ҡатыны Авигаилгә: – Дауыт сүлдән әфәндебеҙгә сәләм әйтеп илселәр күндергәйне, – тине. – Тик хужабыҙ уларҙы әрләп ебәрҙе.
Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!
Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты.
Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.