13 – Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.
Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы.
Сабыр кеше – аҡылға бай, ҡыҙыу бәндә ахмаҡлығын арттырыр.
Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк, үҙ-үҙенә баш булған кеше ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк.
Төплө кеше асыуҙан тыйылыр, ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер.
Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр.
«Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә, Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар.
хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең?
Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.
Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.
Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты.
Дауыттың егеттәре килгән юлдарынан кире китте һәм Навалдың һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Дауытҡа еткерҙе.
Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды.