9 Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ.
Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәк.
Мәкерле янъял тыуҙыра, ғәйбәтсе дуҫтарҙы айыра.
Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала, алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә.
Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә.
Төньяҡ еле ямғыр алып килер, ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор.
Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.
Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.
Шунан Сидкияһ батшаға: – Һиңә, ярандарыңа һәм был халыҡҡа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым мин? Ни өсөн мине зинданға ултырттығыҙ? – тине. –
Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай.
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
– Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. –
Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
– Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?
Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.