7 Юлдаштарына: – Хакимыма, Раббы мәсехләгән кешегә, башҡаса былай эшләүҙән, уға ҡаршы ҡул күтәреүҙән Раббы һаҡлаһын, – тине, – сөнки ул – Раббының мәсихе.
– Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.
Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам: Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам;
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.
Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
Аҡылыңа ҡеүәт! Үҙем өсөн үс алып, ҡан түгергә юл ҡуймауың өсөн һиңә рәхмәт төшһөн!
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.
Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?