6 Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.
– Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.
Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Юлдаштарына: – Хакимыма, Раббы мәсехләгән кешегә, башҡаса былай эшләүҙән, уға ҡаршы ҡул күтәреүҙән Раббы һаҡлаһын, – тине, – сөнки ул – Раббының мәсихе.