22 Инде минән һуң тоҡомомдоң тамырын ҡоротмаҫҡа, атам йортонан исемемде юймаҫҡа Раббы исеме менән ант ит.
Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.
Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.
Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.
Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.
Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы.
– Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.