21 Инде беләм: һин мотлаҡ батша буласаҡһың һәм Исраил батшалығы, һинең ҡулыңа күскәс, көсәйәсәк.
Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.
Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.
Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.
Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.
– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.
Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.
Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,