20 Кеше дошманын тапҡас, уны хәйерле юлға оҙатырмы? Бөгөн миңә эшләгәнең өсөн, Раббы һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарыр.
Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.
Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам –
Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр.
Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.
Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.
– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.
– Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.