18 Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –
Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны. – Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем. Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам –
Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң, Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер.
– Ҡығила халҡы кешеләрем менән мине Шаул ҡулына тотоп бирерме? – тип һораны Дауыт. – Бирер, – тине Раббы.
Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.
– Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. –
Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең.
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.