Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 24:15 - Изге Яҙма

15 Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 24:15
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ: – Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти.


Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Минең дәғүәмде хәл итеп, Ғәйебемде аҡлағансы, Раббының асыуына түҙермен, Сөнки мин Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдым. Ә һуңынан мине яҡтыға сығарыр, Шунда ғәҙеллеген күрермен.


Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!»


– Мин этме әллә, нишләп миңә ҡаршы таяҡ тотоп киләһең? – тине пелешти Дауытҡа. Уны үҙенең илаһтары менән ҡарғап: –


Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.


Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.


Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!


күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ