Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 24:12 - Изге Яҙма

12 Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 24:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.


Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.


Минең өсөн үс алыусы Аллам, Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,


Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.


Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем.


Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!»


Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?


Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?


Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ