27 Шул саҡ бер сапҡын килеп Шаулға: – Ҡайта һал! Илгә пелештиҙәр һөжүм итте, – тип хәбәр һалды.
Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе.
Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә үҙәнде талай башлай.
Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.
Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул асылып китте лә аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто.
Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа.
Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар.
Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.