21 Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. –
Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», – тинем.
Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.
Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.
Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».
Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»
Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.
Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.
Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы.
Барығыҙ, тағы бер мәртәбә тикшереп сығығыҙ. Дауыт ҡайһы ерҙә йәшенеп йөрөй, уны кемдәр күргән – яҡшылап һораштырығыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ғәйәт хәйләкәр икән.