15 Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте.
Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.
Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе.
Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.
Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.
Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.
Әммә кешеләре Дауытҡа: – Беҙ хатта бында, Йәһүҙәлә лә, ҡурҡабыҙ. Нисек Ҡығилаға пелешти ғәскәренә ҡаршы һуғышырға барырға баҙнат итәйек? – тиеште.
Шаул Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында, юл буйында туплам ҡорҙо. Сүлдә йөрөгән Дауыт, Шаулдың үҙе артынан төшкәнен аңлап,